Хәйбулла районындағы юл-транспорт фажиғәһе буйынса иномарка водителәнә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Хәйбулла районындағы юл-транспорт фажиғәһе буйынса иномарка водителәнә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды 29.05.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  авария кисә Аҡъяр-Орск юлынының Яңы Ергән ауылы эргәһендә теркәлде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 39 йәшлек «Тойота Камри» водителе идара итеү һәләтен юғалтып ҡаршы һыҙатҡа сыға. Һөҙөмтәлә ул 15-се модель ВАЗ автомобиле менән бәрелешә. Көслө һуғылыуҙан иномарка яна башлай. Ҡот осҡос аварияла Ладала ултырған 45 йәшлек водитель, уның ҡатыны, бер һәм өс йәшлек ҡыҙҙары һәләк була. Шулай уҡ 1966-сы йылғы пассажирҙың да ғүмере өҙөлә. «Тойота Камри» хужаһы һәм уның ике пассажиры ауыр йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку