Хәйбулла районында йәшәүселәр ҙә беҙгә йылға бысраныуы тураһында хәбәр итте

Хәйбулла районында йәшәүселәр ҙә беҙгә йылға  бысраныуы тураһында хәбәр итте 16.05.2016

Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, быға һыу ятҡылығындағы  тереклектең зыян күреүе  дәлил. Таналыҡта балыҡтарҙың күпләп үлеүе теркәлгән. Нимә сәбәпсе? Һыу эсергә яраҡлымы?  

Аҡъяр  ауылы  халҡы Таналыҡ йылғаһында  балыҡтар үлеүенә хафалана.  29 апрелдә  улар  сәйер күренешкә тап була. Һыу буйы  ҡырылған балыҡ менән туп-тулы ине, тиҙәр.
Урындағылар билдәләүенсә, һәләк булған балыҡтар  башлыса йылғаның күпер тирәһендә күҙәтелгән. Был хәлгә ҡағылышлы төрлө фараздар бар. Халыҡ  «Бүребай»  тау-байыҡтырыу  комбинатынан  йылғаға химикаттар  ағып төшөүенән шикләнә. Яр буйында ялтырап ятыусы балыҡтарҙы фотоға төшөргәндәр. Был хәл буйынса  Интернетта ла ҡыҙыу фекер алышыу бара.  
Яуаплылығы сикләнгән «Бүребай»  тау-байыҡтырыу комбинатынан белдереүҙәренсә,  предприятие  объекттарында  һыуһаҡлағыс дамбалары проектҡа ярашлы эшләнгән һәм  быйыл ҡар күп булыуға ҡарамаҫтан, һыу кимәле артыуы, быуаларҙың йырылыуы  күҙәтелмәгән. Әгәр ысынлап та, шулай була ҡалһа, балыҡ Таналыҡтың үрге яғында   ҡырылыр ине, ти ойошма белгестәре.
Хәлде асыҡлау  маҡсатында   Башҡортостан  Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты тикшереү үткәргән. Йылға һыуына  акредитацияланған дәүләт һәм ведомство лабораторияларында анализ яһалған. Хәйбулла район хакимиәтенә биргән белешмәгә ҡарағанда, Таналыҡ йылғаһынан ете урында һыу пробаһы алынған. Ул  - Яуаплылығы сикләнгән «Бүребай» тау байыҡтырыу комбинатынан өҫтәрәк урында, унан бирерәк һәм Аҡъяр, Садовый ауылдары, Ташлы  йылғаһы тамағында һәм  күпер янында. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһе  тау -байыҡтырыу комбинатының йылға һыуына зарарлы йоғонто яһамауын раҫлай.    
Филүс Яхин, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары: «Министрлыҡтың  Сибай комитеты һәм федераль  балыҡсылыҡ агентлығы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ урынға сыҡты  һәм  тикшереү үткәрҙе.  Балыҡ күп үлмәгән. Ярҙа табылған бер- нисәһе  анализға алынды. Һыуҙа балыҡтарҙы үлтерерҙәй ниндәйҙер матдәләр, авария ташламалары күҙәтелмәгән. Ә Таналыҡ  элек-электән таҙа түгел. Уның тәбиғәттән дә һыуы металлдарға бай, шулай уҡ  эргә-тирәләге сәнәғәт предприятиеларының йоғонтоһо бар».
Таналыҡ йылғаһының һыу составында металлдар кимәле даими юғары булыуын иҫбатлаусы дәлилдәр байтаҡ.  Был йылғаны өйрәнеп ваҡытында ғалимдар ҙа ғилми хеҙмәттәр яҙған.
Ни өсөн балыҡ ҡырылған һуң? Тикшереүселәр килгәнсе балыҡтың күбеһен ҡоштар сүпләп бөткәне аңлашыла. Ҡыш көнө улар  боҙ аҫтында  кислород етмәүҙән тонсоҡҡан һәм ташҡын ваҡытында ағып килгән, йә браконьерҙар электр ҡармағы ҡулланған, тигән фараздар бар. Үлгән балыҡтарға анализ һөҙөмтәләре яҡын көндәрҙә билдәле була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика