Хәйбулла районында ике кешенең ғүмерен өҙгән юл фажиғәһе теркәлде 26.02.2016

Һәләкәт төнгө сәғәт ун беренсе яртыларҙа Аҡъяр-Сибай юлының 34-се километрында була. Сибай яғына йүнәлгән «Рено Логан»  водителе әйтеүенсә, көтмәгәндә ул ҡаршы юлда туҡтап торған «Грантаны» күреп, машинаны уң яҡтан урап үтергә маташа.

Әммә тап ошо мәлдә ул автомобиль янында торған өс ирҙе – «Гранта» ның водителе менән уның ике пассажирын тапай. Һөҙөмтәлә «Лада» водителе менән уның бер пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Тағы ла бер пассажир дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика