Хәүефле сәйәхәт

Хәүефле сәйәхәт 19.08.2016

Бөгөн социаль селтәр төркөмдәренең береһендә автомобиль капоты өҫтөндә сәфәр сығыусы һылыуҙың видеояҙмаһы урынлаштырылды. Аңлатмала машинаның тиҙлеге  сәғәтенә 70 саҡырым, ә ваҡиға урыны тип Салауат Юлаев проспекты билдәләнгән.

Күптәр ҡыҙҙың ҡыйыулығына һоҡлана. Ысынлап та, көсөргәнешле транспорт ағымында, ҙур тиҙлектә капот өҫтөндә сәйәхәт итергә барыһы ла йөрәт итмәҫ. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең был ҡылығын нисек баһаларға һуң? Һылыу үҙ ғүмерен генә түгел, ә был мәлдә Салауат Юлаев проспекты буйлап барыусыларҙың барыһына ла хәүеф тыуҙыра. Бәхеткә, барыһы ла уңышлы тамамланған. Инспекторҙар киләсәктә был хәлгә оҡшаш осраҡтарға юл ҡуймаҫ, тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика