Хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырмаған водитель иҫерек булып сыҡты 05.04.2017

Өфө районында осраҡлы рәүештә туҡтатылған   автоһәүәҫкәрҙең ҡанында  миллиграмм ярым алкоголь  булыуы асыҡланды. Ҡыйыш тейәп алған ир ғаилә мөнәсәбәттәрендәге ҡыйынлыҡтарға һылтанды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙған өсөн иһә уны 30 мең һум күләмендә штраф һалынды  һәм 2 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителде. Автомобиль иһә махсус туҡталҡаға ҡуйылды.  

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы  водителдәрҙең алкоголгә тикшереү үтеү ҡағиҙәләрен ҡәтғиләштерергә әҙерләнә. Әле күптәр уны үтеүҙән баш тарта. Инспекторҙар быға ҡаршы килмәй. Иҫерек килеш рулгә ултырыу менән тикшереү үтеүҙән баш тартыу бер үк кимәлдә баһалана. Үҙгәрештәрҙең үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт юҡ, Әммә яңы ҡағиҙәлә алкоголгә тикшереү үтеүҙән баш тартыу хоҡуғы булмаясаҡ тип билдәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика