Кеше байлығына ҡул һуҙыусылар ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнә башлаған 09.06.2015

Билдәһеҙ кешеләр Өфөләге Дим биҫтәһендә урынлашҡан сауҙа базаһынан йылы пальто һәм дупланған тундар урлаған.

Дөйөм зыян күләме бер миллион ярым һум самаһы тәшкил иткән. Һуңынан асыҡланыуынса, ғәйепләнеүселәр үҙҙәрен йөк тейәүселәр тип танытып «Газель» автомобилендә базаға үтеп инә. Һөҙөмтәлә тауар тултырылған контейнерҙарҙың береһенең йоҙағын емереп бар тауарҙы алып сыға. Тикшереү барышында ике ғәйепләнеүсе: эшҡыуар һәм уларҙың яҡын сит илдән килгән танышы ҡулға алына. Урланған кейем-һалымды улар һатыуға сығарырға теләгән. Әммә шул уҡ көндө тауарҙарының юғалыуын  күреп ҡалған хужа полицияға мөрәжәғәт итә. Был ҡылыҡтары өсөн закон боҙоусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика