Кесе йома кис Башҡортостанда ҡойон үтеүе тураһындағы мәғлүмәт  дөрөҫлөккө тап килмәй 02.06.2017

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә тәбиғәт ғәрәсәттәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелмәй.

Асыҡланыуынса, социаль селтәрҙәрҙә таралған төрлө фотолар күрше  Татарстан Республикаһында теркәлгән тәбиғәт күренеше. Башҡортостанда  көслө ямғырҙан һәм  йәшендән  ары китмәне.
Шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа тәбиғәт һиҫкәнергә мәжбүр итте. Атап әйткәндә, Миәкә районында электр бағаналары ҡолап, ваҡытлыса утһыҙ ҡалыу осраҡтары теркәлде.
Алина Крючкова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Миәкә районында көслө ямғыр яуып ел сығыуы арҡаһында электр бағаналары ҡолаған. Һөҙөмтәлә Йәнәби, Урсай ауылдары халҡы утһыҙ ҡалды. Ләкин оҙаҡҡа түгел. Сымдар икеһенә ҡараған төндә үк йүнәтелде һәм электр бирелде. Әле республика биләмәһендә һауа торошона бәйле хәл тотороҡло ҡала. Шулай ҙа халыҡты уяуыраҡ булырға саҡырабыҙ».
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн көндөң икенсе яртыһында һәм алдағы төндә республикала ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға етеүе көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика