Кем ғәйепле? 07.04.2017

Благовещен районы Языков ауылы эргәһендә былтыр йәй велосипед ҡатнашлығында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле яңы мәғлүмәт. Ун дүрт йәшлек ҡыҙ ике тәгәрмәсле техникала юлды рөхсәт ителмәгән урын аша үткәндә һул яҡтан килгән машинаға бәрелә. Әлегә ике суд  ултырышы булған. Хөкөм ҡарары буйынса мәктәп уҡыусыһы водителгә ремонт өсөн илле мең һумдан ашыу аҡса һәм судҡа киткән барлыҡ сығымдарҙы ҡайтарырға тейеш. Велосипед хужаһы Карина иһә ғәйебен танымай. Киреһенсә, үҙен зыян күреүсе тип иҫәпләй.

Велосипедта китеп барған  Карина Летинская «тимер ат»ҡа төкөлгәндән һуң иҫен юғалта. Ауылдан алыҫ түгел, ни бары бер километр алыҫлыҡта урынлашҡан көтөүлеккә иртә менән юлланған ҡыҙ бәхетһеҙ осраҡҡа тарый яҙа. Ярай аяҡ-ҡулдары һынмай. Шулай ҙа баш мейеһе һелкенеү сәбәпле, дауаханала ятып сығырға тура килә. Әле һаман Каринаның ҡурҡыу тойғоһо китмәгән.
Карина Летинская, велосипедсы: «Күҙемде асһам, полиция хеҙмәткәрҙәре тора. Улар минең шунда уҡ кем, ҡайҙан булыуымды һораша башланы. Водитель үҙенең версияһын аңлатырға тырышты. «Ҡапыл боролоп, кюветҡа китһәм, пассажирҙар менән тере ҡалмаҫ инем»,-тине ул. Ул ваҡытта машинаһынан да тик металл һыныҡтары  ғына ҡалыу ихтималлығы булыуын билдәләне».
Карина был осраҡтан һуң бер нисә ай шаңҡыу хәлендә йөрөй. Хәйер, ҡурҡыныс яңылыҡтар алда була. Уға судҡа саҡырыу килә. Водитель  автомобиле сыйылған урынды, ватылған көҙгө һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе ҡаплатыуҙы талап итә. Ҡыҙҙың елкәһенә илле мең һумдан ашыу сығымдар һалына. Летинскийҙар ғаиләһе күпме генә адвокат яллап ҡарамаһын, ике хөкөм ҡарары буйынса ла еңелә.
Любовь Летинская, Каринаның әсәһе: «Был бит бала өсөн ҙур стресс. Ул ҡайғырып, төндә йоҡлай алмай башланы. Уҡыуҙа күрһәткестәре түбәнәйҙе, элек тик бишкә генә өлгәшә ине.  Суд ҡарары буйынса ҡыҙымды ғәйепле тип танынылар, ҡайҙа ғәҙеллек!? Был осраҡта, тәү сиратта, ул зыян күрҙе. Сәләмәтлеге ҡаҡшаны».
Ата-әсә лә ҡыҙҙарының сәләмәтлегенә килтерелгән сығымдарҙы ҡаплатыу, әхләҡи зыян өсөн водителгә ҡаршы дәғүә белдереп судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә әлегә суд процессы һөҙөмтәһеҙ үтә. Бәрелеш ваҡытында руль артында ултырған Николай Инякин да үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй. Шулай ҙа ҡыҙға әхләҡи зыянды түләргә әҙер. Тик закон сиктәрендә генә.
Летинскийҙар ғаиләһе әйтеүенсә, водитель судта трасса буйлап сәғәтенә 95 километр тиҙлектә барыуын белдергән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе иһә был һүҙҙәргә ышанмай, транпорт сараһының тиҙлеге күпкә юғары булған тигән ҡарашта. Бының өсөн улар видео күҙәтеү ҡоролмаһы төшөргән яҙмаға бойондороҡһоҙ экспертиза үткәрергә теләгән. Тик судья рөхсәт бирмәй.
Водитель судта ике тапҡыр еңеп сыҡһа ла, Летинскийҙар автомобиль ремонтлауға киткән сығымдарҙы ҡапларға йыйынмай. Ата-әсә әлеге мәлдә  ярҙам һорап власть органдарына мөрәжәғәт итергә теләй.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика