Кем ғәйепле?

Кем ғәйепле? 23.02.2015

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Сазонов урамында теркәлгән авария урындағы халыҡты икегә бүлде. Берәүҙәр машина аҫтында ҡалған   йәйәүле яғында булһа, икенселәре водителде яҡлап сыға.

Видеотеркәү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, ҡар тейәгән йөк автомобиле юл аша үтеп барыусы йәйәүлене бәрҙерә. Башы менән асфальтҡа һуғылған ир ҡапыл ғына иҫенә килә алмай. Водитель шунда уҡ бәләгә тарыусыға ярҙам итергә тырыша. Ваҡиға урынына  халыҡ йыйыла. Улар  транспорт сараһына идара итеүсене битәрләй.      
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса иҫен юғалтыусы ирҙең иҫерек булыуы ихтимал. Әммә был водителде яуаплылыҡтан азат итә алмай. Сөнки  транспорт ул юғары хәүеф сығанағы, шуға ла водителдәрҙең барыһы ла ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә бурыслы. Бәхеткә күрә, машина аҫтында ҡалыусыға медицина ярҙамы талап ителмәй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку