Калининград өлкәһендә хәрби бурысын үтәүсе яҡташыбыҙ һәләк булды

Калининград өлкәһендә хәрби бурысын үтәүсе яҡташыбыҙ һәләк булды 06.02.2015

Ейәнсура районы егете Айҙар Дәүләтбәков Балтик флотта ике ай ғына хеҙмәт итеп өлгөрә.  Ул бер нисә тапҡыр туғандарына шылтыратып әрмеләге мөнәсәбәттәрҙең уставҡа ярашлы булмауына зарлана. Фажиғәгә дүрт сәғәт алда ғына Айҙар ата-әсәһе менән һөйләшкәндә посылка ебәреүҙәрен һорай. Ул ваҡытта  борсолорға бер ниндәй ҙә сәбәп булмай. Ә төнгө 11-ҙә  хәрби частән шылтыратып ҡайғылы хәбәр еткерәләр.  

Владимир Симарчук, Башҡортостандың хәрбиҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау комитеты рәйесе: «Миңә билдәле булыуынса, Айҙар быға тиклем  армияла йыш ҡына туҡмалыуына зарлана. Әммә ата-әсә ҡурҡыпмылыр инде бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәй. Шул иҫәптән беҙгә лә... Әле комитет тарафынан Балтик флоттың хәрби-тәфтиш идаралығы етәксеһенә хат әҙерләнде. Беҙ уларҙан  үлемесле осраҡ буйынса ентекле тикшереү үткәреүҙәрен һорайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку