Күҙ йәштәренә мансылған өй туйы

Күҙ йәштәренә мансылған өй туйы 04.10.2017

Бөрө районы Үгеҙ ауылында 7  августа янғындан зыян күреүселәргә яңы йорт һалынды. Янғын һөҙөмтәһендә туғыҙ кешенең, шул иҫәптән биш баланың ғүмере өҙөлгәйне. Яңы йорттағы шатлыҡ урынына иҫән ҡалғандарҙың күңелендә һағыш һәм үкенес тойғолары.

Август башындағы был  видеояҙма һәр кемде тетрәндерҙе. Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан янғын күҙ асып йомған арала туғыҙ кешенең, шул иҫәптән биш баланың ғүмерен өҙҙө.
7 августа яҡындарын ут эсендә юғалтып, ауыр көсөргәнеш кисереүсе Фатима Сәғит ҡыҙы махсус микстуралар эсеп кенә тыныслана. Йорттоң икенсе ҡатында төндә ҡапыл  сыҡҡан  янғын уның ике ғәзиз балаһының, 5 ейәненең ғүмерен өҙә. Фажиғәлә алған тән яралары изге күңелле һәм шәфҡәтле табиптар ярҙамы менән уңала, ә күңел яраларын уңалтыуы еңел түгел. Килене Вероникаға ла бик ауыр. Ул тормош иптәшен һәм өс балаһын юғалтҡан. Күҙ йәштәре түгелергә генә тора. Ауыр ҡайғыны бергәләп еңергә тырышалар.
Бөрө районы Үгеҙ ауылында йәшәүсе Саҙретдиновтар ауылдаштары араһында  эшсәнлеге һәм ярҙамсыллығы менән билдәле. Улар башына төшкән ҡара-ҡайғыны ауылдаштары һәм яҡындары үҙҙәренеке итеп ҡабул иткән. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары әлегә тиклем ярҙамынан ташламай. Мал ҡараша, йорт эштәрендә булыша.
Ике ай ваҡыт эсендә янғын сыҡҡан урын танымаҫлыҡ булып  үҙгәргән. Кешеләр ҙә  ваҡыт үтеү менән ҡурҡыныс ваҡиғанан арынғандай кеүек. Был нигеҙҙә  яңынан сабый тауыштары ишетелер әле тигән өмөт тә бар.
Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: «Был нигеҙҙә август-сентябрь  буйына төҙөлөш башҡарылды. Йортто төҙөү маҡсатында бағыусыларҙан миллион ярым һум аҡса бүленде. Йортта уңайлыҡтар бар, бөтә йыһаздар алынған һәм хәүефһеҙлек системаһы ла урынлаштырылған».
Туғыҙ  кешенең, шул иҫәптән 5 баланың ғүмерен өҙгән янғындан мөғжизә менән генә иҫән ҡалған Фатима Саҙретдинова һәм уның килене Верониика үткән йома бөтә уңайлыҡтары  һәм янғын хәүефһеҙлеге сигнализацияһы булған ошо нигеҙгә күсенгән. Был фажиғәнән һуң ауылдағы барлыҡ йорттарға ла  янғын иҫкәртеү ҡоролмалары ҡуйылған. Ауыр ҡайғылар кисереп, ғәзиз кешеләрен юғалтыусылар бындай бәлә-ҡаза башҡа бер кемгә лә килмәһен,тип теләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку