Көҙҙөң һуңғы көнөндә республика юлдарында 15 авария теркәлгән

Көҙҙөң һуңғы көнөндә республика юлдарында 15 авария теркәлгән 01.12.2015

Уларҙа 17 кеше зыян күргән. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары тарафынан эскән килеш руль артына ултырған 60 водитель ҡулға алынған.

Өфө районының Алексеевка ҡасабындағы аварияла йәйәүле ҡыҙ Газель аҫтында ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәл автобилдәрҙең береһенә урынлаштырылған видеотеркәү ҡоролмаһына эләккән.  Ваҡиға шаһиттары яҙыуынса, йәйәүле юлды рөхсәт ителмәгән урындан үтергә теләй. Бәхеткә күрә, был ваҡытта транспорт сараһының тиҙлеге әллә ни юғары булмай. Бәлки, тап ошо фактор оло фажиғәгә килтермәй. Ҡыҙ ҡурҡыу һәм еңелсә тән йәрәхәттәре алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика