Көтөлмәгән фейерверк

Көтөлмәгән фейерверк 12.08.2014

Баш ҡаланың Ғафури менән Пушкин урамдары киҫелешендә йәшәүселәр уҙған төндә ирекһеҙҙән утлы тамашаға шаһит булды.

Тәүҙә юл ситендә сәйер осҡондар күренә. Ҡапыл ул ҙур ғына ут тубына әйләнеп, көслө шартлау яңғырай. Һөҙөмтәлә күрше йорттарҙа ут һүнә. Ваҡиға шаһиттары  көндөҙ был тирәлә юл төҙөкләндерелеү эштәре башҡарылғайны, уның барышында юғары вольтлы электр сымдарына зарар килеүе ихтимал тигән фекер белдерә. Кабелдең Башҡорт дәүләт университетына ҡарауы ла ихтимал. Уҡыу йортоноң айырым  биналары  электрһыҙ  ҡалған. Төнгө ваҡиғала кеше ғүмеренә зыян килмәгән. Әле утлы тамашаның сәбәптәре тикшерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку