Көслө ямғыр һөҙөмтәһендә бөгөн көндөҙ Өфөлә урамдарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫты

Көслө ямғыр һөҙөмтәһендә бөгөн көндөҙ Өфөлә урамдарҙы һәм ихаталарҙы һыу баҫты 04.06.2015

Әйтерһең дә, баш ҡала Венецияны хәтерләтте.

Ҡойма ямғыр ярты сәғәт самаһы дауам итте. Әммә ошо ваҡыт эсендә урамдар, тәү сиратта Салауат Юлаев проспекты һыу аҫтында ҡалды. Был һыу ағыҙа торған торбаларҙың бөтөнләй эшләмәүен, йә иһә өлгөрә алмауын асыҡ күрһәтте. Шунлыҡтан километрҙарға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килде.  Көслө яуым-төшөмдән республиканың башҡа төбәктәре лә зыян күрә. Социаль селтәрҙәргә һалынған фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең береһе Саҡмағош районының Рапат ауылында теркәлгән. Бәләкәй йылғаның ярынан сығыуы һөҙөмтәһендә ағым хатта, тракторҙы ауҙарған. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Әммә ауыл хужалығы баҫыуҙарының бер өлөшө йыуылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку