Көслө ел Башҡортостанға ла килеп етте 01.06.2017

Миәкә районында Йәнәби, Урсай ауылдарында дауыл ағастарҙы аҡтарған, кәртә һәм электр бағаналарын йыҡҡан. Ауылда 229 кеше йәшәй. Әле хәл тотороҡланған. Һәләк булыусылар юҡ. Эвакуация талап ителгән осраҡта 3  ваҡытлыса  урынлашыу пункты эшләй тип белдерҙеләр район хакимиәтенән.

2 июндә лә республикала   ҡойма ямғыр, көслө ел  сығыуы күҙаллана, уның тиҙлеге урыны менән секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал тип билдәләнә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы таратҡан мәғлүмәттә. Бөгөн күрше Татарстан да тәбиғәт ғәрәсәте йоғонтоһонда ҡалды. Интернетҡа күк менән ерҙе тоташтырған өйөрмәне һүрәтләүсе видеояҙма  һалынды. Әлмәт, Нурлат, Сәрмәсән, Заинск райондарында көслө дауыл һәм ҡойма ямғырҙар күҙәтелде. Социаль селтәр ҡулланыусылары хәбәр итеүенсә, урыны менән боҙборсаҡ яуыу осрағы ла теркәлгән. Ел бина ҡыйыҡтарын аҡтарған, ағастарҙы ауҙарған, автомобиль транспортына зыян килгән. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала дауыл хәүефе юҡ. Циклон әле Урал аръяғына күскән. Шулай ҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы киләһе тәүлектәрҙә һауа шарттарының боҙолоуы тураһында иҫкәртә, көслө ямғырҙар мәлендә оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика