Көслө ҡар яуыуға бәйле, бөгөн Хәйбулла районында 50-ләп водитель һәм пассажир эвакуацияланған

Көслө ҡар яуыуға бәйле, бөгөн Хәйбулла районында 50-ләп водитель һәм пассажир эвакуацияланған 09.03.2016

Әле улар ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында ҡала. Ғәҙәттән тәш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  көндөҙгө беренсе яртыла  Сибай-Аҡъяр автомобиль юлында транспорт хәрәкәте сикләнә.

Әлеге ваҡытта трассала махсус техника эшләй. Төбәккә Күмертау һәм Сибай ҡалаларының авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре вәкилдәре юлланған. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, ведомство, водителдәрҙе был йүнәлештә юлға сыҡмай торорға кәңәш итә. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, насар һауа шарттары сәбәпле, республиканың Ырымбур өлкәһе менән сигендә лә транспорт хәрәкәте сикләнгән

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика