Көндәр һыуытыу менән шәхси йорттарҙа янғындар артҡан

Көндәр һыуытыу менән шәхси йорттарҙа янғындар артҡан 22.10.2016

Күп осраҡта фажиғә төҙөк булмаған электр приборҙары  һәм йылытыу ҡоролмаларын  файҙаланыуға бәйле. Өфөнөң ҡотҡарыусылар хеҙмәте «Йәйғор» баҡсасылыҡ ширҡәтенә рейдҡа сыҡты.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре «Йәйғор» баҡсасылар ширҡәтен биш бармағы кеүек белә. Бында уларға  йыш булырға тура килә.  Баҡсала эш бөтөүгә ҡарамаҫтан, ҡалаға ҡайтырға ашыҡмаусылар бар. Ҡаланан ситтәге участкаларҙағы йорттарында  йыл әйләнәһенә йәшәргә ҡалыусылар ҙа күп. Пенсионерҙарға һәм  балалы ғаиләләргә айырыуса иғтибар бүленә. Электр үткәргестәр тикшерелә, янғын хәүефһеҙлеге хаҡында инструктаж үткәрелә.
Иҫке электр сымдары,  эскән  килеш тәмәке тартыу, мунса яҡҡанда һаҡһыҙ ҡыланыу - янғынға килтереүсе төп сәбәптәр. Рейд үткәреүселәргә бары тик иҫкәртеү хоҡуғы ғына бирелгән. Улар штраф һалмай. Үҙенең һәм күршеләренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тейешле саралар күреү һәр кемдең үҙ намыҫында.
Валентина Ноғоманова, «Йәйғор» баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе «Һәр баҡса 4 сутый тирәһе. Өйҙәр бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Шуға  ут сыҡҡанда бер нисә йорт бергә янған саҡтар ҙа булды».
Алмаз Әхмәев, Өфөнөң янғынға ҡаршы көрәш идаралығының бүлек етәксеһе: «Беҙ иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратабыҙ, аңлатабыҙ. Бындай рейдтар йыл  дауамында үткәрелә».
Баҡсалар араһында юлдар тар булғанға янғын һүндереүсе техниканың  фажиғә урынына үтә алмаған осраҡты ла бар. Шуға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү бәләнән һаҡлап ҡаласаҡ, шулай уҡ күсемһеҙ  милекте страховкалау ҙа ҡаза күргән осраҡта матди ярҙам алыуға гарантия бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку