Көндәр һыуытыу менән республикала кинәт янғындар арты

Көндәр һыуытыу менән республикала кинәт янғындар арты 19.12.2017

Күп осраҡта фажиғә төҙөк булмаған электр приборҙары һәм йылытыу ҡоролмаларын файҙаланыуға бәйле.

Бөгөн иртәнге сәғәт 11-се 15 минутта дежур бүлеккә Өфө районы Булгаков ауылында ярҙам һорап хәбәр килде. Ут урындағы кафеларҙың береһендә сыҡҡан. Янғынды һүндереүгә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 10 берәмек техникаһы һәм шәхси составтың 32 ҡотҡарыусыһы йәлеп ителде. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Янғын 45 эсендә һүндерелгән.
Бер нисә сәғәт элек Өфө районы Нижегородка ауылында ла шәхси йорттарҙың береһендә көслө янғын сыҡты. Ут тиҙ арала тотош өйҙө ялмап алды, ә уның ҡуйы төтөнө тирә-яҡҡа таралды. Ашығыс рәүештә ғәҙәттән тыш хәл урына килгән ҡотҡарыусыларға ялҡынды ауыҙлыҡлау өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителде. Был ваҡытта йорт эсендә башланған янғын ҡыйыҡҡа күсеп өлгөрә. Әлегә күңелһеҙ хәлдең сәбәптәре билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ут электр  сымындағы ҡыҫҡа ялғаныштан сығыуы ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку