Көндәрҙең ҡыҫҡарыуы республикала йәйәүлеләр ҡатнашлығында фажиғәләр артыуына килтерҙе

Көндәрҙең ҡыҫҡарыуы республикала йәйәүлеләр ҡатнашлығында фажиғәләр артыуына килтерҙе 08.09.2017

Уҙған төндә Архангел районында Учалынан 38 йәшлек ир «Лада Гранта» автомобиле аҫтында ҡалып һәләк булды. Водитель фекеренсә, юл ҡорбаны аңғартмаҫтан транспорт сараһы алдына килеп сыҡҡан. Осраҡ буйынса әле тикшереү бара.

Йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле авария уҙған төндә Илеш районында ла теркәлде. Иҫке Күктау ауылында йәшәүсе 23 йәшлек егет «Деу Нексия» автомобилендә юл аша үтеп барыусы ирҙе күрмәй. Һөҙөмтәлә ҡазаға тарыусы 35 йәшлек йәйәүле фажиғә урында йән бирә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку