Көндөҙгө сәғәт берҙә Һамар - Өфө - Силәбе трассаһының 1520-се километрында өс йөк машинаһы һәм еңел автомобиль бәрелеште

Көндөҙгө сәғәт берҙә Һамар - Өфө - Силәбе  трассаһының 1520-се километрында өс йөк машинаһы һәм еңел автомобиль бәрелеште 28.07.2015

Авария һөҙөмтәһендә 4 кешенең - фура водителе уның 40 йәшлек пассажирының  һәм еңел автомобилдәге ике баланың ғүмере өҙөлдө.

Тәүҙәрәк авария урынында өс кеше һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителһә, һуңғараҡ пассажир ҡатындың дауаханала вафат булыуы билдәле булды.   Республика автоинспекцияһы идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдереүенсә, Өфөгә табан хәрәкәт итеүсе "Шевроле Круз" йөк машинаһын уҙғанда, уларҙың береһенә бәрелә һәм ҡаршы юлға барып сыға. Һөҙөмтәлә ,,Шевроле" тағы ла бер йөк машинаһына бәрелә. Көндөҙ  авария урынында ике йүнәлештә лә ваҡытлыса юл хәрәкәте туҡтатылып торҙо, фажиғә урынында ҡотҡарыусылар эшләй.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку