Күмертау ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле енәйәт төркөмөн ҡулға алды 23.10.2014

Компьютер техникаһы магазинында  аҡса ваҡлатырға теләүсе сит ил граждандары һатыусыларҙа шик тыуҙыра.

Һатыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы электроника магазинында ла ошондай уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итеүселәр хаҡында ишеткән була. Стәрлетамаҡ магазинындағы видеоҡоролма яҙмаһынан күренеүенсә, ҡулына аҡса тотҡан ир һатыусы меннә әңгәмәләшә. Ир үҙен Ирандан килгән турист булараҡ таныта. Имеш, 50 мең һумлыҡ банкнотаны ваҡлатып, Рәсәй тураһында иҫтәлеккә серияһында Р хәрефе булған купюралар йыя. Ошо ваҡытта сауҙа үҙәгенә икенсе сит ил гражданы инеп, менеджер менән һөйләшә башлай. Иғтибарын ситкә йүнәлткән персонал кассанан 20 мең һумдан ашыу аҡса юғалыуын һиҙмәй ҙә ҡала. Сауҙа үҙәгенең хәүефһеҙлек хеҙмәте видеояҙманы хеҙмәттәштәренә ебәрә. Шуға ла Күмертау ҡалаһының сауҙа үҙәгенә мутлашыусылар килеп инеү менән, һатыусылар полицияға хәбәр итә.
Владислав Хаматгәрәев, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте асыҡлау идаралығы бүлеге етәксеһе: «Улар быға тиклем хөкөм ителмәгән. Мәскәү ҡалаһында ҡуртымға машина алып, Рәсәй буйынса сәфәр ойошторғандар. Икенсе ҡалаларҙа ла мутлашыуҙары билдәле. Район һәм ҡала бүлектәрендә оператив саралар уҙғарасаҡбыҙ».
Оператив хеҙмәткәрҙәр фаразлауынса, мутлашыу схемаһы алдан уйланған. Бурҙарҙың береһе менеджерҙы һөйләндергәндә, икенсеһе кассир менән аралаша, өсөнсө әшнәләре урамда машинала көтә. Сит ил граждандары Башҡортостанда бер нисә сауҙа нөктәһенән аҡса урлай. Иң ҙур «табышты» улар спорт тауарҙары магазинынан ала - бында ирҙәр ҡулдарына 57 мең һум аҡса төшөрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика