Күмертау ҡалаһында битлек кейгән өс ир биҙәүестәр магазинын талаған

Күмертау ҡалаһында битлек кейгән өс ир биҙәүестәр магазинын талаған 18.01.2017

Ваҡиға видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән. Кадрҙан күренеүенсә, бурҙарҙың икәүһе витрина тәҙрәләрен яра, өсөнсөһө был ваҡытта ишек төбөндә һаҡта тора. Ҡиммәтле әйберҙәрҙе сумкаларына тултырғандан һуң, енәйәтселәр ашығыс рәүештә магазиндан сығып ҡаса.

Ниәттәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн уларға 25 секунд самаһы ваҡыт талап ителә. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе эҙләү бара.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика