Күмертауҙағы кафеларҙың береһендә сыҡҡан низағ һөҙөмтәһендә, үлем осрағы тикшерелә 13.03.2017

Төнгө сәғәттәрҙә дөйөм туҡланыу урынына килгән ике егеткә өс кеше бәйләнә, һүҙҙән-һүҙ сығып эш ҡул күтәреүгә тиклем барып етә. 27 йәшлек Владислав Строиндың дауаханала ғүмере өҙөлә.

Тамара ханым күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Бер аҙна самаһы элек ул ғәзиз улын юғалтҡан. Күңелһеҙ ваҡиға урындағы кафеларҙың береһендә теркәлә. Төнгө сәғәттәрҙә 27 йәшлек Владислав дуҫы менән дөйөм туҡланыу урынына килә. Бында улар күрше өҫтәлдә күңел асҡан өс егет менән эләгешеп китә. Тартҡылашыу ҡул күтәреүгә барып етә. Һөҙөмтәлә типһә тимер өҙөрлөк егет дауаханала вафат була.
Владиславтың яҡындары кафе хеҙмәткәрҙәренең фаразы менән килешмәй. Улар фекеренсә, дөйөм туҡланыу урынының ишектәрен бикле тотоу, ваҡытында ашығыс ярҙам машинаһы һәм
полицияны саҡыртмау енәйәт эҙҙәрен йәшерергә тырышыуға оҡшаған. Был мәлдә кафе эсен күҙәтеүсе видеокамераларҙың төҙөк булмауы шикле күренә, ти улар.
Һөжүм итеүселәр шул уҡ төндө кафе янында урамда үтеп барыусы башҡа бер егеткә лә ташлана. Әммә әлегә тиклем зыян күреүсенән һорау алыусы булмаған.
Владислав Строинға үлемесле йәрәхәт килтереүҙә ғәйепләнеүселәрҙең икеһен әле полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй.
Күмертауҙа төнгө кафелағы ваҡиға күптәрҙе теөрәндерҙе. 27 йәшлек егеттең ғүмерен ҡыйыусылар мотлаҡ яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш тигән фекерҙә урындағы халыҡ. Әле енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Кафе ҡунаҡтарына һөжүм итеүселәрҙең береһе ҡулға алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика