Күмертауҙа теркәлгән ҡот осҡос фажиғәлә ғәйепләнеүселәр ҡулға 18.04.2015

Бөгөн иртән М-5 трассаһынан үтеп барыусы водитель фотолағы егеттәргә оҡшаусы ике кешенең  Өфө эргәһендә автомобиль туҡтатып тороуҙары тураһында дежур бүлеккә хәбәр итә. Урынға шунда уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре сыға. Хоҡуҡ һағында тороусылар ысынлап та, «Башҡортостан сәскәләре» ауылы янында Сергей Букаев менән Константин Сурковтың йәйәү китеп барыуын күрә. Ғәйеплеләр шунда уҡ ҡулға алына.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә иртән, дежур бүлеккә Күмертауҙағы  торлаҡ йорттарҙың береһендә янғын сығыу тураһында хәбәр килә. Утты һүндергән ваҡытта ике бүлмәле фатир эсендә көс ҡулланып үлтереү эҙҙәре менән биш йәш  кешенең кәүҙәһе табыла. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла була. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү барышында оперативниктар 22 йәшлек Константин Сурков менән 24 йәшлек Сергей Букаевты шик аҫтына ала. Уларҙы ҡулға алыу өсөн киң мәғлүмәт сараларында фотоһүрәттәр урынлаштырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика