Көҙгө ташҡын ҡорбанһыҙ булманы

Көҙгө ташҡын ҡорбанһыҙ булманы 05.09.2017

Кисәге ғәрәсәтле ямғырҙа Өфөлә бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Уның кәүҙәһе  Кольская урамында табылған.  Ир кеше һыу ағымына ҡаршы тора алмай  йығылған тигән фараз бар. Уға 45-50 йәштәр самаһы. Әлегә республиканың тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә. Ҡойма ямғырҙан һуң бөгөн ҡала урамдарында махсус техникалар йәнләнеүе күҙәтелә, күрелгән матди зыян күләме хаҡында әйтергә иртәрәк. Сөнки шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ҙә күп ҡатлы фатирҙа йәшәүселәр ҙә ғәрәсәттән зыян күргән.

Кисәге көндө Валентина Мазур ҡурҡыныс төштәгеләй хәтерләй. Өфөнөң Добролюбов урамындағы шәхси йорттоң ишеген көслө  ямғыр һыуы бәреп асҡан. Һанаулы ғына минуттар эсендә уның өйө һыу аҫтында ҡала. Һыу тулҡыны шул тиклем көслө була, ҡатын үлемдән саҡ ҡала, уны  күршеһе ҡотҡара.  Хужабикә әйтеүенсә,  өй 1913 йылда  һалынған. Ҡотҡарыусылар хеҙмәте бөгөн уға ваҡытлыса йәшәп тороу урынына күсергә ярҙам итә.  
Валентина Мазур, зыян күреүсе: «Өй эсен һыу баҫты. Мин йөҙөп барып электр иҫәпләү ҡоролмаһын һүндерҙем. Бер ҡулыма документтарҙы алдым, икенсеһе менән һыуҙы йырып сыҡтым. Әлдә күрше егет ярҙамға килде».
Нижегородкалағы тау  буйындағы шәхси секторҙа ағыусы кескәй генә шишмә ямғыр һыуҙары ҡушылып йылға хасил булған, ул  йорт нигеҙҙәренә  тулған. Лазовский урамында йәшәүсе Любовь Грехованың өйө  лә һыу аҫтында ҡала.  Йорт йыһаздары бысраҡ һыу үтеп еүешләнгән.  
Любовь Грехова, Лазовский урамында йәшәүсе: «Бөтә әйбер һыуҙа йөҙҙө. Ишекте алыштырырға тура килде, ул һыуҙан шешенгәйне, ябылмай ине».
Әхмәтов урамындағы күп ҡатлы йорттоң ҡыйығында  күптән түгел төҙөкләндереү башланған булған. Тик ҡыйыҡты ғына түгел,  хәҙер тотош фатирҙарҙы ла ремонтларға тура киләсәк.  Ямғыр һыуҙары  юғары ҡаттың түшәменән үтеп  аҫтағыларына  уҡ  барып еткән. Электр биреү  йортта ваҡытлыса  туҡтатылып торған.  
Күктең төбө тишелгәндәй, ямғыр  ике айлыҡ норманы  ике-өс  сәғәт эсендә яуҙы.  Ул  ямғыр улаҡтарына  ағып өлгөрмәй баш ҡала урамдары Венецияға әйләнде. Административ биналар, сауҙа үҙәктәре һыу аҫтында ҡалды. Бөгөн  ҡоролмаларҙы таҙартыу эштәре башҡарыла. Ҡала буйлап уларҙың һуҙымы 800 саҡырымға етә.
Азат Нурисламов, яһалма ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау ойошмаһының һыу канализацияһы буйынса  өлкән мастеры: «Һауа торошо боҙоласағы хаҡында хәбәр булды, беҙ белә инек һәм эшселәр  бригадаһы  әҙер торҙо. Яуымдың артыҡ ныҡ күп булыуы арҡаһында ул ағып   китеп өлгөрмәне.  Бөгөн улаҡтарҙың селтәрҙәрен  таҙартабыҙ. Ярты көн эсендә 80 ҡоролманы ҡараныҡ».
Кисә ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә йөҙҙәрсә шылтыратыу ҡабул ителгән. Ҡаланың Киров һәм Совет районында махсус хеҙмәттәр  төнө буйы ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөргән.  
Урамдар буйлап йөҙгән автомобилдәргә килгән зыянды ҡаплау  страховкалаусы ойошмалар иңенә ята. Әгәр, машина Каско менән страховкаланһа. Уның өсөн автоһәүәҫкәрҙәргә дәүләт автоинспекцияһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белешмәләр юлларға тура киләсәк. Тәбиғәт ғәрәсәте ваҡытында Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан автосалон машиналары ла һыу эсендә ҡалған.
Елена Рябова, страховка ойошмаһы филиалы етәксеһе: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,   Каско менән  яңы һәм  кредитҡа алынған автомобилдәрҙе  страховкалайҙар. Халыҡ был төр страховканы бик һайлап бармай, биш процент тирәһе генә.  Автосалонға килгәндә, ундағы тауар ғәҙәттә, страховкаланған була».
Шуныһын да билдәләргә кәрәк, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы  ғәрәсәт хаҡында алдан иҫкәрткәйне, бөгөн дә елдең секундына 17 метрға етеүе һәм    кисәге хәлдең ҡабатланасағы тураһында хәбәр булды. Бәхеткә күрә, көн тыныс үтте. Хәйер,тәбиғәттең ҡалала йәшәүселәрҙе һынауы быйыл тәүгә түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку