Күгәрсен районы Әлмәс ауылында ваҡ мал көтөүенә бүре өйөрө һөжүм иткән

Күгәрсен районы Әлмәс ауылында ваҡ мал көтөүенә бүре өйөрө һөжүм иткән 13.10.2017

Был хәл төбәктә тәүгә теркәлгән. Йыртҡыстарҙан тиҫтәнән ашыу һарыҡ зыян күргән. Әлмәс ауылы халҡын бүренән тыш, башҡа төр урман кейеге лә ҡурҡыуҙа тота.

Бүреләрҙең тотош көтөүгә ташланыу осрағын Әлмәс ауылында йәшәүселәр хәтерләмәй. Сөнки ундай хәлдең булғаны ла юҡ. Бығаса ҡарауһыҙ, төндә яланда ятып ҡалған быҙауҙарҙы тамаҡлап киткән осраҡтар ғына теркәлгән. Киленбаевтарҙың йыртҡыс хайуандарҙан дүрт һарығы зыян күрә. Иҫән ҡалған икәүһенең дә рәте юҡ.

Ул көндө көтөү ауылға төшөп өлгөрмәй. Мал яланда ҡалған булған. Һарыҡтарға бүре өйөрө менән ташланыуын тиҫтәләрсә ваҡ малдың зыян күреүенән төҫмөрләргә була, ти әлмәстәр.

Күгәрсен районының Әлмәс ауылы ҡатнаш урман зонаһында урынлашҡан. Бүре өйөрөнөң ваҡ малды тамаҡлау осрағы һанаулы булһа ла бар, теркәлеп тора. Хатта, малдың ҡараулы кәртә була алмай. Сөнки йыртҡыс хайуандар ихатанан уҡ
алып сыға.
Ә аҙна-ун көн элек Кинйәбулатовтарҙың кәртәһендә лә бер һарыҡты һеләүһен тамаҡлап киткән. Уның ихатала йөрөүен Дамир Кинйәбулатовтың тормош иптәше күргән. Һеләүһендең килеүен һарыҡтағы, шулай уҡ кәртә-ҡурала ҡалған тырнаҡ эҙҙәре лә хәтерләтә.

Һунарсы Дамир Кинйәбулатов урман кейеген атып алыр ине, закон рөхсәт итмәй. Сөнки һеләүһен "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән. Был осраҡта эттәрҙе лә ғәйепһеҙ ҡалдырыу мөмкин түгел. Хәҙер йорт хайуаны ла бит бүренән бер ҙә ҡалышмай. Шуға ла был йәһәттән урында йәшәүселәрҙән бигерәк тә, район етәкселеге яғынан дә иғтибар талап ителә, ти Әлмәс ауылы халҡы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку