Күңелһеҙ тамамланған ял

Күңелһеҙ тамамланған ял 03.08.2017

Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы янындағы күл буйында ҡояшта  ҡыҙынып ятҡан ирҙе автомобиль таптҡан. Ниндәйҙер мөғжизә менән ул иҫән ҡалған. Әле зыян күреүсе дауаханала. Ҡатмарлы опеорациялар үткәргән. Ирҙе тапатҡан автомобиль һәм уның хужаһы тураһында мәғлүмәт  юҡ. Бәхетһеҙ осраҡ мәлендә бер кемдә  машинаның дәүләт һандарын иҫтә ҡалдырмаған. Полиция транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән водитлде эҙләй.

Йәкшәмбе күл буйында ял итеүселәр күп була. Зыян күреүсенең яҡындары әйтеүенсә, улар ҙа йорт эштәрен бөтөрөп ғаиләһе менән һыу инергә була. 56 йәшлек Евгений  күл буйында ҡыҙынырға ҡарар итә.
Бәхетһеҙ осраҡ шаһиттары шунда уҡ хәрәкәтһеҙ ятҡан иргә ярҙамға ашыға. Ял итеүселәр күп булыуына ҡарамаҫтан, машинаның дәүләт теркәү һандарына берәү ҙә иғтибар итеп өлгөрмәй.  Тиҙ ярҙам машинаһы менән уны башта Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына артабан Өфөнөң 21 ҡала клиниҡ дауаханаһына алып киләләр. Ике өҫкө яңаҡ һөйәгенә опреция яһағас уны ябай палатаға күсерәләр.  
Наталья Ғилмийәрова, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының  яңаҡ-бит хирургияһы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы: «Пациентты беҙҙең дауаханаға 30 июль алып килделәр. Шунда уҡ уның яңағына операция яһаныҡ. Әлеге ваҡытта зыян күреүсенең хәле тотороҡло тип баһалана. Ул ябай палатаға күсерелде».
Ваҡиға алдынан мин атайымды тапатҡан ир менән һөйләшеп торҙом, сөнки минең ҡыҙым менән уның ейәнсәрҙәре бергә уйнап йөрөй ине, ти Евгенийҙың ҡыҙы.  Атаһының хәле тотороҡло тип баһаланһа ла, уның эргәһенән китмәй. Даими хәлен белешеп тора.
Светлана Якимова, зыян күреүсенең ҡыҙы: «Ваҡиға алдынан атыйымды тапатҡан ир менән үҙем һәйләшеп торҙом. Уның ейәнсәрҙәренең ҡайтҡылары килмәй ине. Мин тағын әҙерәк уйнап алһындар инде тип өндәштем. Ул ҡайтырға кәрәк шул тип, ҡабаланып ҡыҙҙарҙы алды ла, машинаһы менән артҡа сикккән мәлдә атайым өҫтәнән үтеп китте. Ҡысҡырып артынан йүгереп тә ҡараным, әммә ул туҡтаманы».
Машинаның дәүләт теркәү һандары билдәле булмауы, эҙләү операцияһын ҡатмарлаштыра. Шуға күрә, Эске эштәр министрлығы юл транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән ирҙе табыуҙа шаһиттарҙан ярҙам һорай.
Максим Радионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр бүлеге етәксеһе: «Әлеге ваҡытта кешене тапауҙа ғәйепләнеүсе автомобиль хужаһын асыҡлау буйынса эштәр алып барыла. Шаһиттарға һәм ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәргә полицияға мөрәжәғәт итеүҙәрен үтенәбеҙ».
Әле зыян күреүсенең сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Аяҡҡа баҫҡансы уға бары-тик оҙайлы реабилитация курсы талап ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку