Июлдең тәүге көнөндә Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә йәшендән урман янғыны сыҡты

Июлдең тәүге көнөндә Бөрйән районының Әтек ауылы эргәһендә йәшендән урман янғыны сыҡты 02.07.2015

Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һөҙөмтәлә урман фондының  ярты гектар майҙаны  зыян күргән.  Бәхеткә, ут кискә тиклем  һүндерелгән. Янғынға ҡаршы көрәшкә 28 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителгән.  

25 апрелдән 2 июлгә тиклем республикала барлығы 20 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың 13-ө халыҡтың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы, бишәүһе йәшен арҡаһында сыҡҡан, тағы ла икәүһенең сәбәбе билдәһеҙ. Әлеге мәлгә республика биләмәләрендә һүндерелмәгән янғындар юҡ. Янғындан зыян күргән урмандың дөйөм майҙаны 61 гектар ярымға етә яҙған. Былтыр ошо уҡ осорға был күрһәткес 95 гектарҙан ашҡан булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку