Италияла сығышы менән Өфөнән булған Гөлнара Лактионова анорексиянан вафат булған ҡыҙын сумаҙанға һалып асыҡ диңгеҙгә ағыҙа

Италияла сығышы менән Өфөнән  булған Гөлнара Лактионова  анорексиянан вафат булған ҡыҙын сумаҙанға һалып асыҡ диңгеҙгә ағыҙа 06.04.2017

Фажиғә Римини ҡалаһында теркәлә.  РИА мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, Өфөнән 27 йәшлек Екатерина Лактионова саманан тыш ябығыуҙан хәлһеҙләнеп һәләк була. Вафатынан алда һуңғы өс айҙа ул бер-нисә тапҡыр дауаханаға эләгә. Ул ни бары 35 килограммға ҡала. Екатеринаның әсәһе өлкәндәрҙе ҡараусы булып эшләй.Ҡыҙының кәүҙәһен даръяға ташлаусы үҙенең бындай  ҡылығын аңлатырға теләмәй.

Ҡыҙының ғүмере өҙөлгәндән һуң ул ни эшләптер кәүҙәне бер-нисә көн дауамында йортта тота һәм аҙна үткәндән һуң сумаҙанға  һалып асыҡ дингеҙгә ағыҙа. Мәйет табылғансы 48 йәшлек Рәсәй ҡатыны Мәскәүгә юллана. Сумаҙанға балыҡсылар юлыға.
Ҡыҙының вафаты хаҡында атаһы журналистарҙан ишетеп белә. Ир элекке ҡатынының был ҡылығын һаман да аңлата алмай.
Александр Лактионов, Екатерина Лактионованың атаһы: «Ул адвокат тапҡан, әммә минең менән осрашырға теләмәй. Бәлки башы ҡатҡандыр,  бөтөнләй һөйләшергә теләмәй».
Сумаҙандан сығарылған тән ауырлығы ни бары 35 килограмм тартҡан.Ҡыҙ оҙаҡ йылдар дауамында артыҡ ныҡ ябығыуҙан интеккән. Ас тороуҙы ул Италияға күскәнгә тиклем башлаған.
Екатерина Лактионова БДУ-ның хоҡуҡ институтында белем ала. Студент йылдарында иптәштәре уның ашап бармауын һәм артыҡ ябыҡлығын билдәләй.Төркөмдәштәре ҡыҙҙы бер тапҡыр ҙа ашханала күрмәгән.
Екатерина криминалист булырға теләмәй,модель карьераһы тураһында хыяллана. Быны төркөмдәше Айгөл дә дәлилләй. Уның фекеренсә,Катя башҡа студенттарҙан айырылмай,әммә төҫкә һылыу була.
Айгөл Ҡадирова, Екатерина Лактионованың курсташы: «Ул өсөнсө курста артыҡ ныҡ ябыҡты .Нимә ашайһың тигән һорауға алма һәм кишер тип яуаплай ине».
Әлеге ваҡытта, беҙгә билдәле булыуынса, Екатеринананың 48 йәшлек әсәһе Өфөлә. Үҙ балаһы менән шулай ҡанһыҙ һәм ҡаты мөғөләмә итеүҙең беренсе фаразы - аҡсаһыҙлыҡ һәм ҡайғы алдында бөгөлөп төшөү. Италияла кешене ерләү бик ҡиммәт. Ерләү йолаһын үтәр өсөн яҡынса 15 мең доллар талап ителә. Күп кешеләр аҡсалары булмау сәбәпле, мәрхүмдәрҙе алып ҡайтып ерләй алмай. Ә шулай ҙа ҡатын ашығыс ярҙамға мөрәжәғәт итә ала ине бит.
Ун ике йыл,теүәл бер мөсәл Италияла йәшәп һәм эшләп ҡайтыусы милләттәшебеҙ Тәнзилә Кейекбаеваны ла был яңылыҡ шаңҡыта. Башлыса эш һәм оҙон аҡса эҙләп китеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың яҙмыштары төрлөсә йүнәлеш ала. Эштән уңып киткәндәре бар,әммә берәҙәклеккә,эскегә һабышҡандары ла етерлек. Йылы диңгеҙ һәм шау раузларға күмелгән илдә бындай аҙымға барған ҡатын яҙмышы аяныслы.
Балаһының кәүҙәһен диңгеҙгә ырғытҡан ҡатындың ҡылығы енәйәт кодексының 244- се cтатьяһы, тәнде мыҫҡыллауға инә. Уға 40 мең һум күләмендә штраф йәки өс айға холоҡ төҙәтеү эштәре янай. Әгәр ҙә ул Италияла теркәлгән булһа,уға  Италия властары  хөкөм ҡарары сығарасаҡ.
Валерий Шәрипов, юрист: «Ысынлап та, Италияның енәйәт  кодексында бындай норма бар. Ул бик боронғо енәйәт кодекстарынан һанала. 1930 йылда,Муссолини дәүерендә  ҡабул ителә.Бик дини йүнәлештәге ҡанун. Мәйетте мәсхәрәләгән  өсөн  язаһы ла ҡаты».
Итлияның хоҡуҡ һаҡлау органдары 48 йәшлек Гөлнара Лактионованы кире ебәреүҙәрен талап итә ала. Был осраҡта ҡатынды төрмәгә ябыу ҡурҡынысы янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку