Ишембай районында Байғужа ауылын һыу баҫҡан

Ишембай районында Байғужа ауылын һыу баҫҡан 21.04.2017

11 йорт һыу эсендә ҡалған. Ауылдағы Тәйрүк йылғаһы йылдағыса ярҙарынан сығып, Арал урамына үтеп инә. Быйыл да өйҙәргә, урындағы халыҡтың кәртәләренә һыу килгән.

Балалар ваҡытлыса мәктәпкә, баҡсаға йөрөмәй. Байғужа ауылында йәшәүселәр әйтеүенсә, урау юл бар, тик ул йөрөрлөк түгел, шуға ла бер кемдең дә тәүәкәлләп сығырға теләге юҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡҡа ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары тәҡдим итә, тик Байғужа ауылы халҡы эвакуациянан баш тартҡан.
Бөгөн Башгидромет үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районында Ағиҙелдең кимәле - 47 сантиметрға, Стәрлетамаҡ эргәһендә 38-гә, Дим биҫтәһендәге Өфө йылғаһында һыу кимәле 48 сантиметрға күтәрелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика