Ишембайҙа яңы эшләй башлаған такси хеҙмәте водителенең машинаһын яндырып китәләр

Ишембайҙа яңы эшләй башлаған такси хеҙмәте водителенең машинаһын яндырып китәләр 07.11.2017

Зыян күреүсе Роберт Саҙрисламов билдәләүенсә, быға тиклем уға эшеңдән баш тарт тип, смс-янауҙар ебәрелгән була. Конкуренциямы, әллә билдәле такси хеҙмәте селтәренең пиар-аҙымымы?!

Төнгө сәғәт бер тирәһе. Ишембайҙа билдәһеҙ өс ир парковкалағы машиналар эргәһендә урала. Күп тә үтмәй, шартлау.
Роберт Саҙрисламов былтыр ғына кредитҡа һатып алған тимер атын юғалта. Автомобиленең күҙ асып йомған арала көл-күмергә әйләнеүенән ир һаман шаңҡыу хәлендә. Ир - төп зыян күреүсе. Тап  уның машинаһына бензин ҡойоп, ут төртөп китәләр. Үҙе билдәләүенсә, ике аҙна элек кенә тыуған ҡалаһында таксист булараҡ эш башлауы уңыгһыҙ тамамлана.
Роберт Саҙрисламов, зыян күреүсе: «Автомобилемдең тыш яғын билдәле такси хеҙмәтенең рекламаһы менән биҙәгәйнем, ул ҡала өсөн яңылыҡ ине. Клиенттарға ла беҙҙең менән йөрөү арзаныраҡҡа төшә башланы. Шунан китте янауҙар - тимер атыңды яндыра алабыҙ, ҡурҡмайһыңмы тип тә яҙҙылар. Һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел».
Роберт Саҙрисламовтың ата-әсәһе лә улдары өсөн борсола. Такси хеҙмәтендә эшләй башлағас, был машина - күп балалы ғаиләнең берҙән-бер килем сығанағына әйләнә. Ирҙең бәлиғ булмаған ике ҡыҙы һәм улы бар. Ә янған автомобиль өсөн тағы ла ике йыл дауамында ай һайын 14 мең түләргә кәрәк. Тимер аттың Каско страховкаһының ваҡыты иһә сентябрҙә үк сыҡҡан.
Ә бына урындағы ҡайһы бер таксистар икенсе ҡарашта. Йәнәһе лә урында конкуренция юҡ кимәлдә. Яңы такси хеҙмәте иһә Ишембайға ошондай пиар-аҙым менән килепинә. Матбуғат сараларында ғауға ҡуптарып.
Осраҡ буйынса әлегә полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Кемделер ғәйепләргә иртәрәк.
Машинаға ут төртөүселәрҙе асыҡлауҙа хатта шаһиттар ҙа кәрәкмәй. Космонавтар урамында урынлашҡан йорттарҙың һәр ҡайһыһында видеокүҙәтеү камералары урынлаштырылған. Был материалдарға нигеҙләнеп, зыян килтереүселәрҙең эҙенә төшөргә мөмкин.
Бәлә төнөндә Роберт Саҙрисламовтың машинаһы янында торған Нива һәм Рено логан автомобилдәренә лә ут тоҡана. Һуңғыһының хужаһы Альберт Нәсибуллин тимер атын ремонтлауға йөҙ мең һум аҡса кәрәк ти. Ир бынан ары машиналарын тик гаражда ҡалдырырға йыйына.
Ә бына Роберт саҙрисламов машинаһыҙ ҡалһа л, эшен ташларға уйламай. Шул уҡ такси хеҙмәтендә автомобилде ҡуртымға алып, килем алырға ниәтләй. Балаларын ашатырға, кейендерергә лә бит аҡса кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку