Ишембайҙағы 15 йәшлек үҫмерҙең үлеме буйынса ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған

Ишембайҙағы 15 йәшлек үҫмерҙең  үлеме  буйынса ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған 12.05.2017

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда Ишембайҙағы Үҙәк паркта бәүелсәктән осоп төшкән Аделина Халиҡованың ғүмере дауаханала өҙөлә. Асыҡланыуынса, бындай төр аттракциондар етештереү  1960 йылда уҡ туҡтатылған. Уның техник торошо хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән.

Авария хәлендәге бәүелсәкте ваҡытында һүтмәгән өсөн Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Виктор Янкинға ҡарата «Енәйәт кодексы»ның 293-сө статьяһының икенсе өлөшө буйынса хөкөм ҡарары үҙ көсөнә ингән. Суд ҡарары буйынса, ул ике йылға һынау осоро менән шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Осраҡ буйынса  шулай уҡ Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире Владимир Кауновҡа «Енәйәт кодексы»ның 109-сы статьяһына ярашлы, енәйәт язаһы ғәмәлгә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку