Ишембайҙа 39 йәшлек ирҙең үҙ-үҙенә ут төртөү осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатты

Ишембайҙа 39 йәшлек ирҙең үҙ-үҙенә ут төртөү осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатты 15.01.2018

Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә урындағы хакимиәт алдында теркәлде. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, иң тәүҙә ул  сисенгән, һуңынан өҫтөнә бензин ҡойған. Был хәлгә ирҙең эшһеҙ ҡалыуы йәки ҡаты ауырыуы сәбәпсе булыуы ихтимал.

Йәнәһе лә, ул шырпыға тотонор алдынан инвалидлыҡ бирмәүҙәренә һәм кәрәкле дарыуҙар юҡлығына зарланған. Тикшереүҙәр барышында уның психоневрология диспансерында дауаланыуы асыҡланған. Тәне 80 процент бешкән ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку