Иртәнге сәғәттәрҙә Зорге урамындағы төҙөлөп бөтмәгән бизнес үҙәктә теркәлгән янғында, ғүмере өҙөлгән ирҙең шәхесе асыҡланды

Иртәнге сәғәттәрҙә Зорге урамындағы төҙөлөп бөтмәгән бизнес үҙәктә теркәлгән янғында, ғүмере өҙөлгән ирҙең шәхесе асыҡланды 30.09.2016

Ул - Төньяк Корея гражданины. Мәғлүмәткә ярашлы  ул, бина төҙлөшөндә ҡатнашҡан. Рәсәйҙә эшләү рөхсәте булған. Ҡотҡарыусылар бер сәғәт самаһы ваҡыт эсендә  тотош бинаны ялмап алған утты  һүндереүгә иреште. Ялҡын эсендә ҡалған башҡа кешеләр уңышлы эвакуацияланды.  

Диспетчер бүлегенә янғын сығыу хаҡында мәғлүмәт иртәнге сәғәт 11-се 20 минутта ҡабул ителә. Төҙөлөп бөтмәгән бинала сыҡҡан утты һүндереүҙә 17 янғын һүндереү бригадаһы ҡатнаша.  Ҡайһы бер фараздар буйынса бәләгә газ баллоны шартлау сәбәпсе.
Янғындан зыян күреүселәр ҙә бар. Ҡотҡарыусылар килгәнсе ялҡын телдәре ялмап алған бинанан һикереүсе ир үлемесле йәрәхәтләнә. Төҙөүсе рәсми рәүештә Рәсәй территорияһында булыусы  Корея гражданины Хон Чхан Рок. Ҡалған зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған.
Полиция һәм тәфтиш хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында шаһиттарҙан  һорау ала.
Светлана Абрамова, Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы комитеты етәксеһе урынбаҫары:»Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына Рихард Зорге менән Степан  Халтурин урамдары киҫелешендә төҙөлөш барған бина эргәһендә  янғын һүндереү барышында ир кешенең кәүҙәһе табылды тигән мәғлүмәт килде. Факт буйынса тикшереү ойошторолдо. Һөҙөмтәләр буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк».
Зорге урамының 3-cө һанлы йортонда янғын иртәнге сәғәттәрҙә сыға. Хәүефле сигналды ишетеү менән тейешле хеҙмәттәр килеп етә. Төҙөүселәрҙең береһе өсөн ул үлемесле тамамлана, дүрт кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханала. Әле уларҙың хәле тотороҡло. Янғын сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика