Иртә менән Өфөнөң Калинин районының Перспективная урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде

Иртә менән Өфөнөң Калинин районының Перспективная урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде 22.11.2017

Унда Газелгә  еңел автомобиль бәрелеүе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Газелдә  Өфөгә юлланыусы 8 пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән 13 -cө  дауаханаға оҙатылған.

Өфө -Шаҡша автомобиль юлында  транспорт ағымы көслө. Иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә  Шаҡша биҫтәһенә  юлланыусы автомобилдең хәүефһеҙлек  ҡағиҙәһен һанға һуҡмауына күптәр шаһит була. Был турала хатта социаль селтәрҙә яҙмалар ҙа һаҡланған. Күп тә үтмәй, Ниссан -Альмера водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһына  сәбәпсе була .Бында юлдар ҙа сифатлы түгел.  Ауыр йөк автомобилдәре үтеүҙән  асфальт иҙелеп, һыҙаттар барлыҡҡа килгән. Газелгә ҡаты бәрелеүҙән еңел автомобиль хужаһының ваҡиға урынында уҡ ғүмере өҙөлә. Уның ҡорос аты харабаға әйләнә. 221 -cе маршрут автобусында Өфөгә юлланыусы 13 пассажирҙың 8-е  төрлө тән йәрәхәттәре менән 13-cө ҡала  дауаханаһына оҙатылды.
ӨФөнән сыҡҡан Ниссан-Альмера автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып газель автобусына бәрелә. Күреүегеҙсә,автомобилдә ашалып бөткән йәйге тәгәрмәстәр. Улар ҙа юл -транспорт фажиғәһенең тап ошо урында теркәлеүенә сәбәпсе булыуы ихтимал.
Иртә менән ваҡиға урынында юл-транспорт хәүефһеҙлеге идаралығы, полиция хеҙмәткәрҙәре эшләне. Үлемесле юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре бара. Вафат булыусының шәхесе асыҡланған, ул Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе 1992 йылғы егет.
Шакша биҫтәһендә  йәшәүсе Елена Макарина иртә менән Өфөлә йәшәүсе ҡыҙына юллана.Ул бөгөн ҡыҙы үҙ йомоштары менән йөрөгән арала ейәнсәрен ҡарап торорға тейеш була. Тәүге маршруттағы газелгә ни бары бер генә минутҡа һуңға ҡала. Икенсеһенә ултыра. Юлда йоҡомһорап бара. Креслонан баҫҡыстарға төшөп  бәрелеүенә уянып китә. Һөйөнөскә күрә, аяҡ ҡулдары һынмаған, әммә беләктәре һәм балтырҙары ҡаты бәрелеүҙән шешенгән һәм күгәргән, баш мейеһе һелкенгән.  
Елена Макарина, юл-транспорт ваҡиғаһында ҡаза күреүсе: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, газелдә  креслоларҙы беркетеүсе ҡайыштар юҡ ине. Улар булһа бәлки, пассажирҙар ул тиклем ауыр тән йәрәхәттәре алмаған булыр ине».
Ҡалған өс пассажирҙың да хәле шәптән түгел. Уларҙың аяҡ-ҡулдары һынған. Бары Фәйрүзә Портнова ғына бар көсөн туплап, беҙҙең менән аралашырға йөръәт итте.
13- cө дауаханаға эләккән пассажирҙарҙың хәле уртаса, улар даими табип күҙәтеүе аҫтында. Бер кемдең дә ғүмеренә ҡурҡыныс янамай, тип белдерҙеләр дауаханала.
Юл транспорт ваҡиғаһына  тарыған пассажирҙар  хәтерендә  Өфө -Шаҡша юлындағы бәхетһеҙ осраҡ тән һәм йән һыҙлауҙары булып оҙаҡ тынғылыҡ бирмәйәсәк әле. Юл хәрәкәте  хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе  һәм пассажирҙарҙы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә һәм уяу булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку