Ирәмәлдә фажиғәгә тарыған  малайҙың аяғын ампутациялау ҡурҡынысы янай 01.04.2015

Әле 6 йәшлек Сыңғыҙ Силәбе өлкәһенең иң яҡшы хирургтары күҙәтеүе аҫтында.

Табиптар фекеренсә, 22 градус һыуыҡта баланың табандары ныҡ туңған һәм ул оҙаҡ ваҡыт дауамында атлай алмаясаҡ. Малайҙың әсәһе  әле психологтар ярҙамына мохтаж. Сөнки ҡатын ҡыҙының үлемендә  тау эйәһе ғәйепле тип бара.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 мартта Рамаҙановтар ғаиләһе Оло Ирәмәлдә аҙаша.   Уларҙы эҙләүгә ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Әммә бәләгә тарыусылар бер тәүлектән һуң ғына табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 14 йәшлек Динәгә  ярҙам итергә һуң була. Ҡыҙ  өҫтөндәге йылы кейемен ҡустыһына япҡан.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика