Ирәмәл тауында Стәрлетамаҡтан 22 йәшлек егет юғалған

Ирәмәл тауында Стәрлетамаҡтан 22 йәшлек егет юғалған 28.05.2015

Был турала республиканың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Кисә егеттең тау башынан Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылы яғына төшөп барғаны билдәле. Әммә  уның артабан ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр юҡ. Тәүге көндә ойошторолған эҙләнеү эштәре  бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгән. Белорет районының ҡотҡарыусылар отряды бөгөн иртән егетте йәнә эҙләүгә сыҡҡан.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бер көн алда егет үҙенең йөрөгән ҡыҙы менән талашҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был  быйыл Оло Ирәмәл тауында теркәлгән тәүге осраҡ ҡына түгел. 29 мартта Ҡазандан килгән Рамаҙановтар ғаиләһе аҙашты.   Уларҙы эҙләүгә ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Әммә бәләгә тарыусылар бер тәүлектән һуң ғына табыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 14 йәшлек Динәгә  ярҙам итергә һуң була. Ҡыҙ  өҫтөндәге йылы кейемен ҡустыһына япҡан булған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку