Инйәрҙәге «Ирәкташ» ҡаяһынан осоп төшкән альпинистың хәле уртаса тип баһаланған, уның ғүмеренә хәүеф янамай

Инйәрҙәге «Ирәкташ» ҡаяһынан  осоп төшкән альпинистың хәле уртаса тип баһаланған, уның ғүмеренә хәүеф янамай 25.09.2017

Туристар араһында «Инйәр тештәре» тип йөрөтөлгән ҡаянан  шәмбе 23 сентябрҙә  Екатеринбургтан килгән 31 йәшлек ир осоп төшөп төрлө тән йәрәхәттәре алған. Уға  Белорет район  үҙәк дауаханаһында медицина ярҙамы күрһәтелә.

20 метрлыҡ тауҙан төшкәндә  альпинистарҙың береһе - 25 йәшлек ҡыҙ шунда уҡ һәләк булған,  уның кәүҙәһе туғандарына тапшырылған. Фажиғә урынына  ҡотҡарыусылар саҡырылған. Мәғлүмәттәр буйынса, йәрәхәтләнгән ирҙе осраҡлы туристар дауаханаға алып килгән, юлға биш-алты сәғәт ваҡыт үткән.  «Ирәкташ»ҡа   юл юҡ, урман араһынан  вездеходтар ғына йөрөй ала. Осраҡ буйынса республика тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Лилия
05.12.2014 19:40:30
Концерт матур булды,тик бик озак. Топ призде  халык йырын еренэ еткереп башкарган Сэйет Билаловка бирмэу генэ тугел, икенсе урын биреп куйзылар . Музыкант-курайсылар йырсыларзан матурырак йырлай икэн...

Возврат к списку