Интернет селтәрендә билеттар һатып алмағыҙ

Интернет селтәрендә билеттар һатып алмағыҙ 20.01.2016

Полиция хеҙмәткәрҙәренә ошондай мутлашыуҙан зыян күреүселәр мөрәжәғәт иткән.

Өфөлә йәшәүсе Дилә Хәсәнова ҡыҙына бүләк яһайым тип, интернетта поезға билеттар һатып ала. Сайтта күрһәтелгән банк иҫәбенә 3800 һум аҡса күсерә.  Билет алыу тураһында смс хәбәр килеүен бер нисә сәғәт көткәс, банкка шылтыратып белешергә була. Ләкин унда ханымдың мутлашыусылар ҡармағына эләгеүе тураһында белдерәләр. Дилә Хәсәнова полицияға хәбәр итә.
Дилә Хәсәнова, зыян күреүсе: «Әле ул сайт эшләмәй, ябылған. Ләкин уларҙың яманаты  Рәсәйгә таралған, сөнки тотош ил буйынса билеттар менән алданыусылар күп».
Ҡатын билеттар алырға теләгән сайтта мутлашыусыларҙан зыян күреүселәр байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр уларға 20 мең һумға тиклем аҡса күсергән. Әле полиция осраҡ буйынса тикшереү башлаған.
Инна Никонова, Өфөнөң 3-сө полиция бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Осраҡ буйынса мутлашыу статьяһы нигеҙендә енәйәт эше асылған. Уның сиктәрендә мутлашыусыларҙың шәхесен асыҡлау өсөн тикшереү бара».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку