Интернет киңлектәрендә тыныс ҡына ҡарай алмаҫлыҡ видеояҙма барлыҡҡа килде

Интернет киңлектәрендә  тыныс ҡына ҡарай алмаҫлыҡ видеояҙма барлыҡҡа килде 19.03.2015

Был хәл кисә Өфөнөң Рихард Зорге урамында теркәлгән.  

Автомобилгә ҡуйылған видеотеркәү ҡоролмаһынан күренеүенсә, рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығыусы йәйәүле «Газель» аҫтында ҡала. Күрәһең,  водитель кеше бәрҙереүен күрмәгән.  Шулай ҙа ул  бер нисә секундҡа туҡтай, артабан юлын дауам итә. Шулай итеп бәләгә тарыусы техника аҫтында  15 метр самаһы һөйрәлеп бара. Һуңынан асыҡланыуынса, фажиғәгә 80 йәшлек әбей тарый. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡала.  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Өфө юлдарында  һәләк булыусылар теркәлмәгән. Өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауахаға оҙатылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика