Инкассаторҙарҙарға һөжүм итеүселәрҙе табыуҙа ярҙам итеүселәргә бер миллион һум

Инкассаторҙарҙарға һөжүм итеүселәрҙе табыуҙа ярҙам итеүселәргә бер миллион һум 24.08.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шәмбе  ике егет Инорс биҫтәһендә инкассаторҙарға ҡайнар матдә һибә, һуңынан ут тоҡандырып енәйәт урынынан ҡаса. Шул уҡ ваҡытта улар аҡсаларҙы урлап өлгөрмәй.  Зыян күреүселәрҙең береһе кисә 90 процент тәне бешеүҙән һәләк булған. Икенсеһе Мәскәүгә оҙатылған.  

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һөжүм итеүселәр енәйәт урынына ҡара төҫтәге 14-се модель ВАЗ автомобилендә килгән. Уның дәүләт номеры 570. Әле республиканың эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенләрҙең шәхестәрен асыҡлау менән мәшғүл. Әгәр ҙә һеҙ фотола күргән егеттәр тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белһәгеҙ, (347) 279-39-02,  237-19-60, 8-901-440-25-03 телефон һандары йәки яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала. Бынан тыш, Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе енәйәтте асыҡлауҙа ярҙам итеүсегә бер миллион һум күләмендә аҡса вәғәҙә итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку