Иллегә яҡын кеше ағыуланған «Белый мост» кафеһы эшмәкәрлеге туҡтаттылды

Иллегә яҡын кеше ағыуланған «Белый мост» кафеһы эшмәкәрлеге туҡтаттылды 14.08.2017

Суд ҡарарына ярашлы, ашхана етәкселеге 45 тәүлек эсендә  бар етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бурыслы.

«Белый мост» кафеһында ағыуланыу осрағы үткән аҙна башында теркәлде. Тәүге көндә 12, һуңынан тағы бишәү, йәмғеһе 49 кеше инфекция йоҡтороп дауаханаға эләкте. Диагнозды сальмонеллез тип ҡуйҙылар.  Ағыуланыусыларҙың барыһы ла туй ҡунаҡтары. Хатта йәштәр үҙҙәре лә бал айын дауахана карауатында уҙғарырға мәжбүр.  Эсәк инфекцияһын күрше залда икенсе туйға йыйылған ҡунаҡтар ҙа йоҡторған.   Бөгөн суд кафе эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатты.
Людмила Солонина, ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы инспекторы: «Беҙ суд аша «Белый мост» кафеһы эшмәкәрлеген 45 тәүлеккә  туҡтатыуға өлгәштек. Ошо ваҡыт эсендә ашхана тейешле нормаларға килтерелеп, етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш. Шулай ҙа эпидемиологик  тикшереү эштәре туҡтатылмаған. Әле йоғошло ауырыу сығанаҡтары, инфекцияның ҡайҙан барлыҡҡа килеүе асыҡлана».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку