Илеш районының Андреевка ауылында сыҡҡан янғында 63 йәшлек пенсионерҙың ғүмере өҙөлгән

Илеш районының Андреевка ауылында сыҡҡан янғында 63 йәшлек пенсионерҙың ғүмере өҙөлгән 24.10.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағас йорт яныуы тураһында сигнал дежур часть пультына төнгө туғыҙҙар тирәһендә килә.  Янғын һүндереүсепаләр ваҡиға урынына ун биш минут эсендә килеп етә. Шуға ҡарамаҫтан, өйҙө ҡотҡарып булмай. Уны ҡутарғанда  ирҙең кәүҙәһе табыла.  

Тағы ла бер янғын Стәрлетамаҡ ҡалаһында сыға. Бында  кирбес йорт яна. Ҡотҡарыусыларҙың бер нисә сәғәт буйы утты һүндерергә тырышыуы һөҙөмтәһеҙ тамамлана.  Бәхеткә, йәрәхәтләнеүселәр, һәләк булыусылар юҡ.
Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә төбәктә барлығы 35 янғын сыҡҡан, бер нисә кеше зыян күргән. Күп осраҡта бәләгә ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр ҡорамалдарының боҙоҡлоғо сәбәпсе булған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку