Илеш районында 23 йәшлек егет аварияла һәләк булды 04.01.2016

Юл-транспорт ваҡиғаһы йәкшәмбе киске туғыҙынсыларҙа теркәлә.

Андреевка - Сереккүл автомобиль юлының 39-сы километрында «Мицубиши Лансер» автомобилендә Груздевкаға китеп барыусы егет машинаға идара итә алмай юл ситенә сығып түңкәрелә. Ул ваҡиға урынында һәләк була. Юл инспекторҙары белдереүенсә, фажиғәгә һепертмә буран сәбәпсе булыуы ихтимал. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек дауамында инспекторҙар 2 мең ярымдан ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 94 водитель рулгә эскән килеш ултырған. Уларҙың дүртеһе бындай ҡиәфәттә икенсегә тотолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика