Илдең йыйылма командаһынан - тимер рәшәткә артына

Илдең йыйылма командаһынан - тимер рәшәткә артына 16.10.2014

Бөгөн Өфөнөң Октябрь районы судында төнгө клубтарҙың береһендә теркәлгән шаулы процесс буйынса сираттағы тыңлауҙар үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс егет 32 йәшлек Рөстәм Баһауетдиновты туҡмап үлтереүҙә ғәйепләнә.

Йөҙҙәрен йәшерергә маташып, баштарын түбән эйгән илдең өмөтлө йәш спортсылары Зураб Давитадзе, Морат Маашев һәм Богдан Жердий. Халыҡ сираттағы суд тыңлауҙарына йыйылды. Һәр ғәйепләнеүсенең икешәр адвокаты. Суд ултырышы ябыҡ ишектәр артында үтте.

Былтыр декабрҙә 18 йәшлек спортсы «Правда» клубы алдында 26 йәшлек егет менән бәхәскә инә. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, Зураб ике дуҫы менән дәғүәсеһенә ташлана. Әммә уларҙы айырырға теләгән Рөстәм Баһауетдинов үҙе һуғыш суҡмарҙарының ҡорбанына әйләнә. Клуб һаҡсылары ыҙғышты туҡтарырға тырышыуы ла кәртә була алмай. Рөстәмгә бер юлы бер нисә кеше ташлана. Видеояҙманан күренеүенсә, ҡанһыраған Рөстәм Баһауетдинов тормош иптәше артынан клубҡа инергә тырыша. Ауыр мейе һелкенеүен алған Рөстәмгә шаһиттар битараф ҡала, «Тиҙ ярҙам» машинаһын тормош иптәше саҡырта. Табиптар Рөстәмдең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ике аҙна көрәшә. Әммә алған йәрәхәт үтә лә етди булып сыға.

Ғәйепләнеүселәр эскәмйәһендә өс спортсы төндә үҙҙәрен герой итеп танытһалар ҙа, суд ултырышында хата күҙҙәрен дә күтәрә алмай. Залда спортсыларҙың дуҫтары, зыян күреүсенең яҡындары йыйылды. Рөстәм Баһауетдиновтың фотоһүрәте һәр ултырыш һайын килтерелә, был юлы ла ул рәнйетеүселәренә ҡаратып урынлаштырылды.

Бөгөн Октябрь районы судында йылдың иң шаулы суд процесының алтынсы тыңлауҙары үтте. Ғәйеплеләргә хөкөм ҡарарын сығарыу 21 октябргә билдәләнде. Дәүләт ҡарары буйынса улар кемеһе 10, 12, ә берәүһе 14 йылға иркенән мәхрүм ителәсәк.

Азат Ғәлиуллин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку