Ике сәғәт элек Ирәмәлдә юғалған сәйәхәтселәр табылған

Ике сәғәт элек Ирәмәлдә юғалған сәйәхәтселәр табылған 30.03.2015

Был турала  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса  идаралығы хәбәр итә. Ҡазандан килгән ҡатын ошо көндәрҙә алты һәм ун дүрт йәшлек балалары менән Оло Ирәмәлгә сәйәхәткә юлланған. Улар әйләнеп ҡайтмағас, туғандары ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән.

Ҡайы бер мәғлүмәттәр буйынса 14 йәшлек малай һәләк булған. Әммә был хәбәр әлегә раҫланмаған. Уларҙы эҙләүгә илленән ашыу хеҙмәткәр, 18 берәмек техника йәлеп ителгәйне. Билдәле булыуынса, туристарҙың үҙҙәре менән шырпыһы, йылы кейем һәм аҙыҡтары ла булмаған. Һуңғы тапҡыр ҡатын бәйләнешкә йәкшәмбе иртәнге сәғәт ун берҙә сыҡҡан.  
Февралдә генә  Ирәмәл тәбиғәт паркында юғалған ирҙе эҙләгәйнеләр. Николай Стрючков  бер төркөм сәйәхәтселәр менән тауҙың түбәһенә менергә йыйынған була. Һауа торошо боҙолғас юлдаштары кире төшә, ә ир сәйәхәтен дауам итә. Ләкин, юлдан яҙып юғала. Ҡотҡарыусылар уны өс көн эҙләгәндән һуң Белорет районынан барып тапты. Турист иҫән, әммә хәрәкәтһеҙ ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку