Ике кешенең ғүмерен өҙгән Илья Климов ваҡытынан алда иреккә сығырыуҙарын һорай

Ике кешенең ғүмерен өҙгән Илья Климов ваҡытынан алда иреккә сығырыуҙарын һорай 06.02.2018

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың ноябрендә Өфөнөң Цюрупа-Киров урамдары киҫелешендә ҡот осҡос авария теркәлде. Ул саҡта ҡеүәтле сит ил автомобилендә светофорҙың ҡыҙыл утына үткән Илья Климов юл ааш сығып барған судья Марина Полтавецты тапатҡайны.

Күп тә үтмәй фажиғәлә алынған йәрәхәттәрҙән Климовтың эргәһендә ултырған  Эмиль Камалов та донъя ҡуя. Әммә кеше тапатыусы уға бирелгән хөкөм менән  килешмәй, үҙен ваҡытынан алда иреккә сығарыуҙы талап итә. Бөгөн Башҡортостан Юғары судында был эш буйынса сираттағы ултырыш үтте. Илья Климовтың адвокаты ғәйепләнеүсенең  колонияла үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеүен, иреккә сыҡҡас ғаиләһен ҡарарға теләүен белдерҙе. Әммә зыян күреүселәр Климовтың үҙ ғәйебен танып, ғәфү үтенмәүен, билдәләнгән  матди компенсацияны  тулыһынса түләп бөтмәүенә ишаралап, язаны йомшартмау яғында торҙо.
Суд фажиғәле авария сәбәпсеһенең шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығыу үтенесен хупламаны. Яза үҙгәрешһеҙ ҡалды.  Бынан тыш, ғәйепләнеүсе зыян күреүселәргә матди компенсация түләргә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку