Иглин районының Урман ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлде 26.08.2015

Канализация соҡорон таҙартыусы коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре газ менән ағыуланды. Һөҙөмтәлә бер ирҙең ғүмере өҙөлдө, ике кеше ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.    

Александр Тепловты канализация соҡоронан алып сыҡҡанда йөҙө күм-күк ине, тип хәтерләй ваҡиға шаһиттары. 37 йәшлек ир ауыр газдан ағыуланып тын юлдары ҡыҫыла. Ауылдың канализация торбалары тығылғас коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә уны таҙартырға ҡушалар. Бының өсөн махсус машина йәлеп ителә. Хеҙмәткәрҙәр шланг ярҙамында тығылған сүп-сарҙы һурҙырырға тейеш була. Ләкин сантехник Александр Теплов ни өсөндөр соҡорға төшә.
Юрий Семенюк, «Коммунальщик» йәмғиәте етәксеһе: «Ул соҡорға төшөргә тейеш түгел ине. Машина шлангтарын люкка төшөрөп ҡарап торорға тейеш ине. Хәүефле эш башҡарғанда махсус ҡорамалдар ҡулланыла. Ә шланг менән сүп һурҙырыу хәүефле тип һаналмай».
Сантехниктың тыны ҡыҫылғанын күрепме, уға ярҙам итергә теләпме люкка оператор Марат Имаев та төшә. Ләкин ул да ағыулана. Улының ғүмерен ҡотҡарыу өсөн коммуналь хужалыҡ идаралығында водитель булып эшләүсе Денис Имаев та уның артынан хәүефле люкка юллана. Һөҙөмтәлә канализация соҡоронда өс кеше газ менән ағыулана.
Әле ваҡиға теркәлгән урында тикшереү эштәре бара. Белгестәр соҡорҙағы һауа өлгөләрен ала. Был коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ағыуланған газды билдәләргә ярҙам итәсәк.
Светлана Абрамова,  Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Тәфтишселәр фаразы буйынса хеҙмәткәрҙәр метандан ағыуланған. Факт буйынса тикшереү бара. Үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн экспертиза тәғәйенләнгән. Шулай уҡ эш барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеү-үтәлмәүе, эшселәрҙең һаҡланыу саралары булыу-булмауы ла тикшерелә».
Ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған хеҙмәткәрҙәр аңына килгән. Улар Өфө ҡалаһының 21 дауаханаһында дауалана.
Әлиә Фазлыева, Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы табибы: «Ашығыс ярҙам менән беҙҙең дауаханаға килтергәс комалағы ауырыуҙарҙың береһе  реанимацияға, икенсеһе токсикология бүлегенә йүнәлтелде. Әле уларҙың хәле уртаса».
Шаһиттар әйтеүенсә, фажиғә теркәлгән ваҡытта соҡорҙарҙан насар еҫле пар күтәрелгән. Әйткәндәй, бөгөн дә люктар эргәһендә көслө еҫ сыға. Ошо уҡ канализация соҡорҙарында 20 йыл элек биш кеше газдан ағыуланған, уларҙын икәүһенең ғүмере өҙөлгән. Фажиғәнең ҡайтанан ҡабатланыуы урындағы халыҡты борсоуға һала.
Аймара Рәхимова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика