Иглин районының «Родник» баҡса коллективында янғын хәүефлеген иҫкәртеү саралары үтте.

Иглин районының «Родник»  баҡса коллективында янғын хәүефлеген иҫкәртеү саралары үтте. 16.04.2015

Былтыр район биләмәләрендәге коллектив баҡсаларҙа 40-ҡа яҡын янғын сығыу һәм  үлем осраҡтары теркәлеүе, күҙәтеү органдарынан уяулыҡ талап итә. Рейд барышында  янғын һүндереүселәр баҡсасылар араһында аңлатыу эштәре алып бара, электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшерә. Район үҙәге биләмәһендә урынлашҡан «Родник» ширҡәте райондың иң ҙур баҡсаларының береһе. 140 гектар ерҙә барлығы 196 участка урынлашҡан,  50 йортта  хужалары йыл әйләнәһенә йәшәй. Яҙғы рейдтар барышында янғын һүндереүселәр район биләмәләрендәге барлыҡ  баҡсаларҙы ла тикшереп сығырға иҫәп тота. Районда бөтәһе 138 баҡса коллективы бар.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика