Иглин районында тағы ла фажиғәле осраҡ теркәлде 11.04.2016

Көҙәй ауылында йәшәүселәр  төҙөлөш майҙанында йәш ҡатын мәйетен күреп полицияға хәбәр итә. Һуңғараҡ  уның 31 йәшлек Людмила Билайз булыуы асыҡлана. Батҡаҡҡа батып йән биреүсе ҡатын тыумыштан эпилепсиянан интеккән була.

Үлем осрағы теркәлгән был ерҙе халыҡ хәҙер урап үтә. Төҙөлөш мәтеһенә батып үлгән урынға ағас нигеҙҙәр түшәгәндәр.
Көҙәй ауылының үҙәк урамдарының береһендә алып барылған төҙөлөш майҙансығы кәртәләп алынмаған була. 31 йәшлек Людмила Билайздың үле кәүҙәһе шәмбе көнөнөң икенсе яртыһында тап ошо кәртәләнеп алынмаған төҙөлөш уртаһында табыла. Ҡатындың баш кейеме һәм һыңар итеге әле лә төҙөлөш майҙанында ята.
Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙансығы сик билдәләүсе таҫма  менән генә уратып алынған. Дымлы ерҙән әле һаман да һыу һарҡылып ята. Әүҙем төҙөлөш эштәре башҡарылмай. Тирә-яҡта сүп-сар өйөмдәре һәм бетон ҡулсалар ғына. Ауыл халҡы йәш ҡатындың  үлемен бәхетһеҙлекме, әллә фажиғәле хәл булдымы тип баш вата.
Вафат булыусы Любовь Щенованың улы менән граждан никахында йәшәй. Һуңғы алты йылда Людмила Билайз улар менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн итә. Өлкән йәштәге ханым уның әленән -әле эпелепсия өйәнәге һәм һаулығында башҡа ҡатмарлыҡтар булыуы хаҡында лә һөйләне. Үҙенең бер туғандары ҡатын  менән яҡын аралашмаған. Һуңғы юлға оҙатыуҙа  ла  бөтә туғандары ла булмаған. Һаулығы буйынса бирелгән фатирын уның бер туған апайҙары ҡуртымға биргән.
Людмила Щенова: «Уның беҙҙән башҡа бер генә яҡын кешеһе лә булманы. Беҙ татыу йәшәнек. Әле лә күңелем тулып тора. Бер рәхәт тә күрмәне был тормошта».
Ҡатындың үле кәүҙәһе шәмбе көн табыла, әммә ул өйҙән кесаҙна көндө сығып киткән була. Күп кешеләр уның ҡыҙмаса булып йөрөүенең дә шаһиты булған..Әммә фажиғәне күреүселәр юҡ. Үлем осрағы менән бәйле ваҡиғаларҙы тикшереү органдары асыҡлаясаҡ.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Көҙәй ауылында йәшәүсе ҡатын алкоголде саманан тыш ҡулланыу арҡаһында бысраҡҡа йығыла ,әммә тора алмай, шунда йән бирә. Уның үле кәүҙәһен ауылдаштары табып ала. Үлем осрағын  суд-медицина органдары  тикшереп сәбәптәрен асыҡлаясаҡ. Ауылдаштары хатындың ике көн дауамында ауыл буйлап ҡыҙмаса йөрөүен билдәләй».
Көҙәй ауылындағы төҙөлөш кәртәләп алынмаған, кран һәм башҡа ауыр йөк машиналары юлы   халыҡ йәшәгән урамдарға яҡын юлдан үтә. Бер ниндәй ҙә иҫкәртеү билдәләре юҡ. Йәкшәмбе көн үҫмер малай ҙа  биленән төҙөлөш эсендәге батҡаҡҡа йығыла. Малайҙы иптәштәре ҡотҡара.
Иван Искаков: «Минең ике аяғым да батты. Башта иптәштәрем көлдө. Эргәнән ирле-ҡатынлы үтеп барыусылар мине ҡотҡарырға кәрәклеген әйттеләр .Шунан һуң ғына мине иптәштәрем тартып сығарҙы. Мин өйгә итекһеҙ ҡайттым».
Искаковтар улы менән булған күңелһеҙ ваҡиғанан әле лә шаңҡыу хәлендә. Әсәһе Рима ханым бөтә бәхетһеҙлектең башы төҙөлөш майҙанын кешеләргә һәм бала-сағаға хәүефһеҙ итеп кәртәләнеп алынмауҙа тип билдәләй.
Римма Искакова: «Бында кәртәнең булғаны ла юҡ. Ҡарауылсы һәм берҙән -бер фонарь төҙөлөш эсендә генә.Беҙҙең урамдар яҡтыртылмай. Ни өсөн төҙөүселәр ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙа».
Эштәрҙе башҡарыусы ойошма-Торлаҡ төҙөлөшө фонды. Беҙ уның етәкселегенән  хәүефһеҙлек саралары ни өсөн үтәлмәүен асыҡланыҡ.
Төҙөлөш ҡасан бейек ҡома менән уратып алынасаҡ тигән һорауға беҙ аныҡ ҡына яуап ала алманыҡ. Ҡатындың үлеменең сәбәптәре лә асыҡланмаған. Нисек кенә  булмаһын, мәрхүмәнең яҡындары уны  бындай  бәхетһеҙлектән ҡотҡарырға була ине, тигән фекер яҡлы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика